Министерство образования Республики Башкортостан 
ГБУ Республиканский центр семейного устройства детей – сирот 
и детей, оставшихся без попечения родителей

Воскресенье, 05.05.2024, 11:16

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Республиканская газета «Торатау» (южная зона) | Регистрация | Вход

Республиканская газета «Торатау» (южная зона)

Йөрәктәрен болот ҡапламаһын, Шатлыҡ ҡына сәсһен йоҙҙәре


Йәтим ҡалырга Хоҙай ҡушмаһын тигән һүҙҙе бәләкәй саҡта йыш ҡына ололарҙан ишетергә тура килә ине. Эргәңдә иҫән-һау, һине яратып торган, иц мөһиме сәләмәт булган ата-әсәйен, барҙа ҡайҙа инде йәтим һүҙенең, мәгәнәһен ацлау. Шаян, шуҡ, күңелсәк булып тик йөрөйһөң,. Әммә шул уҡ ваҡытта кемдеңдер әсе йәтимлек тойоп йөрәге һыҙлаганын, уның да әсә наҙын тояһы килгәнен ҡайҙа инде аңларга...

Йәтим балалар яҙмышын дәүләт ҡайғыртырға тырыша, уларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса байтаҡ ҡына программалар эшләп килә. Һәм шуныһы һөйөнөслө - ата-әсәләр был дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ йәтимлек проблемаһына йәмғиәт иғтибарын йәлеп итер әсән республикабыҙҙа төрлө саралар үткәрелеп тора. Шундай сараларҙың береһе ошо көндәрҙә беҙҙең ҡалала ойошторолдо.

1-се класҡа уҡырға төшөүселәрҙе тәбрикләү

республика байрамына ата-әсә тәрбиәһенән

мәхрүм ҡалған, балалар йорттарында йәшәгән

йәтим балалар һәм уларҙы тәрбиәләгән ата-

әсәләр килде. Байрамға Ишембай, Ғафури, Йы-

лайыр, Стәрлебаш райондары ғаиләләрендә

тәрбиәләнгән балалар менән бергә Пе-

тровск балалар йортоноң тәрбиәләнеүселәре

лә саҡырылғайны. Сарала шулай уҡ ошо райондарҙың опека һәм попечителлек органда­ры белгестәре ҡатнашты.

Байрамға килгән балаларға ҡаланың мәҙәниәт


һарайы, сәнғәт мәктәбенең өлкән һәм кескәй артистары "Мин 1-се класс уҡыусыһы" тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Унда бала­лар әкиәт геройҙары менән уҡыу иленә сәйәхәт ҡылды, йырсы, бейеүсе малай һәм ҡыҙҙарҙың сығыштарын ҡараны. Әкиәт персонажын сәх­нәләштергән апай-ағайҙар был балаларҙы уйындар уйнатып, шар, ҡағыҙҙан эшләнгән ап-аҡ күгәрсендәр осороп та кинәндерҙе. Та­маша һуңында сараға килгән ошо 35 балаға Мәскәү ҡалаһының "Виктория" балалар фонды һәм Ишембайҙың "Алекс-групп"яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләгән матур бүләктәре тапшырылды.

Һуңынан "Стамбул" кафеһында балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә байрам өҫтәле ойошто­ролдо.

Районыбыҙҙың Йәнырыҫ ауылынан килгән ғаилә менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Гүзәл Моста­фина тормош иптәше менән патронат тәрбиәгә 2 малай алған. Быйыл шул балаларҙың берәүһе Алмаз 1-се класҡа уҡырға төшкән. — Үҙем дә күмәк балалар араһында тыуғанмын, дүрт бала табып тәрбиәләп үҫтерҙем, Оҙаҡ йылдар ауыл Советында баш бухгалтер булып эшләнем, педа­гогик белемем дә бар. Ғөмүмән, бала тәрбиәләү нимә икәнен үҙ тәжрибәмдә беләм. Үҙ улдарым-дай ҡарарға тырышам Алмаз менән Афзалды. Тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн тип кенә тәрбиә туҡталып ҡалмай, ата-әсә һөйөүендә үҫтерге килә малайҙарҙы, - тип һөйләне Гүзәл Минеғәле ҡыҙы.

Һәр кемдең дә был донъяла бәхеткә хаҡы бар. Бәләкәй генә көйө ҡайғы татыған ошо сабыйҙарға артабанғы тормошта күберәк шатлыҡлы көндәр насип булһа ине.

Роза ЙӘНБИРҘИНА.

«ТОРАТАУ»

Адресс нового сайта

Меню сайта

Поиск