Министерство образования Республики Башкортостан 
ГБУ Республиканский центр семейного устройства детей – сирот 
и детей, оставшихся без попечения родителей

Вторник, 19.03.2024, 07:57

Приветствую Вас Гость | RSS | Главная | Йәншишмә 1 | Регистрация | Вход

«Ышаныс телефоны» тыңлай!

          Балаларҙың «ышаныс телефоны» Рәсәйҙә 2010 йылдан  алып эшләй. Шылтыратыуҙар 8-800-2000-122 берҙәм Рәсәй номеры, 8(347)246-12-12, 8(347)273-09-00 телефондары аша ҡабул ителеп, балалар һәм үҫмерҙәргә психологик ярҙам күрһәтелә. Улар атай-әсәйҙәренә һөйләй алмаған күңел серҙәре менән бүлешеп, һорауҙарына яуап таба.

         Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу республика үҙәгендә халыҡ-ара балаларҙың «ышаныс телефоны» көнө уңайынан «ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Мәғариф министрлығынан махсус белем биреү һәм балалыҡ хоҡуғын һаҡлау бүлеге начальнигы Татьяна Геннадьевна Хурсан, үҙәк начальнигы Ирина Анатольевна Ҡадирова, педагог-психологтар Марина Владимировна Волчек, Анастасия Ринат ҡыҙы Зәйетҡоловалар һорауҙарға яуап бирҙе. Ике сәғәт һуҙымында 20-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителде.

– Танышымдың ҡыҙына 14 йәш. Ул 20 йәшлек егет менән дуҫлашып йөрөй. Тик улар быны ата-әсәләренән йәшерә. Һорай башлаһалар, кире яуап алалар. Нимә эшләргә?

Марина Владимировна, әсәй кеше ҡыҙы менән әхирәттәрсә, яғымлы ғына итеп һөйләшеп, уның эс-серҙәрен белешергә тырышһын, тип кәңәш бирҙе. Был осраҡта баланы әрләргә, күңелен яраларға һис ярамай. Ҡыҙ, бәлки, уға ғашиҡ булғандыр. Иң мөһиме, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, уртаҡ фекергә килеү, ти.

– Миңә 13 йәш. Бер 15 йәшлек малайҙы оҡшатам. Беҙ бер моделдәр әҙерләү мәктәбенә йөрөйбөҙ, айырым төркөмдәрҙә шөғөлләнәбеҙ. Уны үҙемә нисек ҡаратырға?

– Оҡшаған кешең менән бергә булыу өсөн ҡайһы ваҡытта үҙеңә лә тырышырға кәрәк. Мәҫәлән, етәксеңә әйтеп, ул ҡатнашасаҡ проектта көсөңдө һынап ҡарарға теләүеңде белдер. Подиумда бергә сығыш яһауҙы ла ойошторорға мөмкин. Шул ваҡытта ул һиңә иғтибар итәсәк, үҙең дә уға һүҙ ҡуша алаһың.

VII синыфта уҡыйым. Параллель синыфтағы бер ҡыҙ оҡшай. Ул миңә иғтибар итһен өсөн нимә эшләргә?

– Уҡыу тамамланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә уның күңелен яуларға бөтә көсөңдө һалырға кәрәк. Мәҫәлән, уҡыуҙан ҡайтышлай сумкаһын тотоп алып барышаһыңмы, йә осраҡлы ғына ул йәшәгән йорт эргәһендә килеп сығаһыңмы. Мәктәбегеҙҙә ниндәйҙер кисә, өмә уҙғарылғанда ла уның тирәһендәрәк йөрөргә тырыш, һөйләш. Ул да һине оҡшатһа, йәйге каникулығыҙҙы матур итеп уҙғарырға була.

– Лицейҙа VI синыфта уҡыйым. Уҡыу йылы башынан физика фәнен өйрәнә башланыҡ. Был фән нисәнсе синыфтан инергә тейеш?

– Лицей булараҡ, һеҙҙең белем усағығыҙҙа физика, математика фәндәре тәрәнәйтеп өйрәнелһә, VI синыфтан да уҡыта башланыуы бик мөмкин.

Ата-әсәнең балаға ҡаты мөғәләмәһе, сит кешенең уҡыусыны ҡурҡытыуы, ҡарауһыҙ баланың урам ҡыҙырып йөрөүе хаҡында ла һорауҙар яңғыраны. Былар буйынса полицияның балиғ булмағандар эше буйынса бүлегенә шылтыратырға ҡушылды. Тәрбиәгә алынған балаларҙы фатирға сиратҡа ҡуйыу, балалар майҙансығы урынына кафе төҙөргә йыйыныуҙары, БДУ студенткаһының ҡабат уҡыуҙа тергеҙелергә теләүе буйынса Татьяна Геннадьевна кәңәштәр бирҙе.

«Ҡыҙыу линия»ға шылтыратып, балалар ғына түгел, ата-әсәйҙәр ҙә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

Гөлназ ИҠБАЕВА.

Өфө ҡалаһы.

Адресс нового сайта

Меню сайта

Поиск